Сәйәхәттәр донъяға ҡарашты үҙгәртә

20170526_124714   Башҡорт филологияһы факультетында уҡыусы студенттар уҡыу менән бер рәттән донъяның төрлө төбәктәренә сәйәхәт итеү бәхетенә эйә. Юғары уҡыу йорттары араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендә студенттар Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек сит дәүләттәргә, Рәсәй Федерацияһы составындағы Алтай кеүек республикаларға сығалар. Мәҫәлән, Руслан Камалов һәм Зимфир Үҙәнбаев ҡытай телен, мәҙәниәтен һәм тарихын Ҡытайҙа өйрәнә. Яңыраҡ ҡына бер төркөм студенттар Таулы Алтай дәүләт университетында стажировка үттеләр. 26 майҙа улар менән пресс-конференция уҙғарылды. Сараға «Ашҡаҙар» гәзитенән хәбәрселәр ҙә саҡырылды. Рәсми булмаған шарттарҙа төркөм етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты Филүзә Батыр ҡыҙы Ғәйнуллина, БРЯ 51 төркөмө старостаһы Ҡужина Гөлгөнә, БИН 41 студенты Билалова Зөлфирә, БРЯ 31 төркөмө активистары Яматова Лилиә һәм Кәримова Айһылыу, БИС 31 төркөмөнән Мәмбәтов Исмәғил үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ҡыҙҙар әҙерләгән презентацияла олимпиада барышы, төркөмдөң Алтайҙың хозур тәбиғәтенә сәйәхәттәре күрһәтелде. «Ожмахҡа тиң Чемал районына, Алтын күлгә (Телецкое озеро) экскурсиялар, алтайҙарҙың туған теленә, тәбиғәткә мөнәсәбәте донъяға ҡарашыбыҙҙы бик ныҡ үҙгәртте», – тине студенттар. Сарала ҡатнашыусы 1 курс (куратор – ф.ф.к., доцент Әғзәмова С.Х.), 3 курс (куратор – өлкән уҡытыусы Дилмөхәмәтов И.Т.), 4 курс (куратор – п.ф.к. Ғәйнуллина Ф.Б.) студенттары ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.

   Сара аҙағында факультет деканы, филология фәндәре докторы Сәләхова З.И. факультетта уҡыу ниндәй һөҙөмтәләр бирә, студент тормошон нисек байыта һ.б. кеүек актуаль мәсьәләләр тураһында һөйләне, кафедра уҡытыусылары ла был һөйләшеүгә ҡушылдылар.  

Башҡорт филологияһы факультеты деканаты

информацияһы буйынса

 

20170526_122210 20170526_123438 20170526_124748 20170526_125233 20170526_125620 20170526_130133 20170526_130508 20170526_133450 20170526_133611

453103 г.Стерлитамак, пр. Ленина, 49

тел. 8 (3473) 33-98-50, 43-22-50

факс 8 (3473) 43-94-18

strbsu@mail.ru

Яндекс.Метрика