Субботник

  0xOdQaJaWqM  Йыл һайын апрель уртаһынан май аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Рәсәйҙә барған субботниктарға актив ҡушыла. Йылдағыса филиалдың биләмәләрен, «Мәңгелек ут» комплексын, ҡала скверҙарын ҡышҡы сүп-сарҙан таҙартыуҙа башҡорт филологияһы факультеты студенттары ҡатнашты. Студенттар ҙур ихласлыҡ менән ҡар ырғытты, ҡарҙан асылған ерҙе тырматты, һеперҙе, тәртипкә килтерҙе. Субботникка сығыр алдынан мотлаҡ рәүештә эш хәүефһеҙлеге, юл ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәрелде (Сәләхова З.И., Хөсәйенова Л.М., Утяев А.Ф., Арыҫланова М.С.), аңлатыу эштәре алып барылды. Субботниктарға 1-2 курс (куратор Әғзәмова С.Х.), 3 курс (куратор Дилмөхәмәтов И.Т.), 4 курс (куратор Ғәйнуллина Ф.Б.) студенттары йыш йәлеп ителде.

Башҡорт филологияһы факультеты деканаты мәғлүмәттәре буйынса

6E2Gjs3K-SE 20170503_085635 20170503_085650 IMG-20170503-WA0002

453103 г.Стерлитамак, пр. Ленина, 49

тел. 8 (3473) 33-98-50, 43-22-50

факс 8 (3473) 43-94-18

strbsu@mail.ru

Яндекс.Метрика